9 Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».
Ғәмәлдәре бөйөк, баш етмәҫлек, Мөғжизәләренең һаны-хисабы юҡ.
Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең.
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.
„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.
Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.
Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай.
Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.
Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр: «Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр.