Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 5:4 - Изге Яҙма

4 Балалары хәүефкә яҡын булыр, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә тапалырҙар, Уларҙы һис кем яҡламаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 5:4
16 Referencias Cruzadas  

Раббы Сиондан һиңә хәйер-фатиха бирһен! Йәрүсәлимдең хөр тормошон күрерһең Бөтөн ғүмерең буйынса!


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.


Раббым Аллам, Һиңә һыйынамын; Һаҡла эҙәрләүселәрҙән, ҡотҡар.


Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.


Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.


Бәлки, балаларың Уға ҡаршы гонаһ иткән дә, Уларҙы үҙ енәйәттәренең ҡулына тапшырғандыр.


Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Ул ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасып барып, ҡала ҡапҡаһы алдына баҫһын да ҡала аҡһаҡалдарына ни булғанын һөйләп бирһен. Уны ҡалаға индерһендәр һәм йәшәп торор өсөн урын бирһендәр.


Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.


Ахмаҡ өсөн зирәклек артыҡ юғары, ҡала ҡапҡаһы төбөндә ауыҙын аса алмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios