3 Күргәнем бар: тиле тамыр ебәреп өлгөрә, Йортона ҡапыл ғына ҡарғыш төшә.
Зәбүр китабында: «Торлағы бушап ҡалһын, эсендә бер кем дә йәшәмәһен», һәм: «Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен», – тип яҙылған бит.
Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?
Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.
Уның башына ҡарғыш төшөүен теләп, Ауыҙыма гонаһ ҡылырға мин юл ҡуйманым.
Йә Раббым, мине ташлама! Эй Илаһым, минән йыраҡлашма!