22 Юҡлыҡ менән аслыҡтан көлөрһөң, Ҡырағай йыртҡыстарҙан өркмәҫһең.
Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.
Ул ерҙә арыҫлан булмаҫ, Йыртҡыс хайуандар ул юлға сыҡмаҫ – Бында уларҙың һис береһе күренмәҫ, Бары тик ҡотҡарылғандар йөрөр.
Тәҡүә кеше хөрмә һымаҡ сәскә атыр, Ливандағы кедр ағасылай ҡалҡыр.
Ул көндө Мин халҡым хаҡына Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн. Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла, Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен, Халҡымды имен-аман йәшәтермен.
Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти.
Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.
Ул әле йәнә иренеңә йылмайыу ҡундырыр, Ауыҙыңды һөйөнөс ауаздары менән тултырыр.
Ҡылғандарың ни ҡәҙәрле бөйөк, Раббы! Тәрәнлектән тәрән фекерҙәрең!