12 Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа.
Тыуғанымдан алып Һиңә тапшырылдым, Әсәм ҡарынынан бирле – Аллам Һинһең.
Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар».
Шул ваҡыт Петрус иҫенә килеп: «Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Һируд ҡулынан һәм йәһүд халҡы миңә бирергә теләгән язанан ҡотҡарҙы», – тип уйланы.
Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо.
Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.
Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.
Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;
Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә!
«Ул көндө Мин, – тип белдерә Раббы, – Эдомдың аҡыл эйәләрен, Ғаяз тауындағы белеклеләрҙе һәләк итәсәкмен!
Өсөнсө көндө Лаванға Яҡуптың ҡасып киткәнен әйттеләр.
Бынан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙгә яҡын кеше менән Ҡығиланан сығып, урындан-урынға күсеп йөрөй башланы. Дауыт Ҡығиланан ҡасып киткән тигән хәбәрҙе ишеткән Шаул унда барыу уйынан кире ҡайтты.
Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы.
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
Алла бәндәһе иһә Исраил батшаһын: – Шундай-шундай урында йөрөмә, сөнки арамиҙар шунда барырға йыйына, – тип иҫкәртеп тора.
Беҙ Аллабыҙға доға ҡылдыҡ һәм уларҙан һаҡланыу өсөн көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл ҡуйҙыҡ.
Раббы күҙе ғилемде һаҡлай, хыянатсы бәндәнең һүҙҙәрен бушҡа сығара.
Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?