6 Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».
әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.
Ул мине бысраҡҡа быраҡтырҙы, Саң-туҙанға, көлгә әйләндем.
Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.
Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы.
Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр, ҡыл туҡымаға уранып һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбәгә килерҙәр ине.
– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.
Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.
Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ.
Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.
Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“.
Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?
Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр.
Мине тағы ла бысраҡ соҡорға батырырһың, Хатта үҙ кейемем дә минән ерәнер.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө.
– Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.
Быға тиклем мин Һинең хаҡта ишетеп кенә белә инем; Әле иһә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.
Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм
Әгәр йоғошло тире ауырыуы кешенең бөтә тәненә йәйелгән һәм баштан-аяҡ ҡаплап алған булһа, ҡаһин уның бөтә тәнен ҡарарға тейеш.