3 „Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;
Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Села
Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».
«Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?
Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме?
Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк.
Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.