12 Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине.
Башланғысың бәләкәй булһа ла, Ахырың бөйөк буласаҡ.
Һәр нәмәнең ахыры уның башынан хәйерлерәк; Сабыр кеше һауалынан яҡшыраҡ.
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.
Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.
Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.
Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.
Илегеҙҙә кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ишәйтәсәкмен. Улар үрсер һәм күбәйер. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, илегеҙҙә бик күп кеше йәшәр. Мин һеҙгә әүәлгегә ҡарағанда ла күберәк игелек ҡылырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.
ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,
Уның ете улы, өс ҡыҙы бар ине.