9 Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.
Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.
Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.
Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.
Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.
Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр, Башымдағы уй-ниәттәр, Һинең күңелеңә хуш булһасы, Эй Раббым, ҡаям һәм ҡотҡарыусым!
Һөйәктәре баҡыр борғо һымаҡ, Һөлдәләре тимер таяҡтай.
Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».
Һулышыңды өрҙөң – диңгеҙ уларҙы ҡапланы: Ҡурғаш һымаҡ, тәрән һыуҙарҙа баттылар.
Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо, Тулҡындары диуар булып ҡалҡты, Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды.
Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө.
Раббы һулышын өрһә, Үлән ҡорой, сәскә һулый. Хаҡ, кеше лә ана шул үлән шикелле.