2 «Берәү һиңә һүҙ әйтергә баҙнат итһә, Күңелеңә ауыр алмаҫһыңмы? Хәйер, нисек өндәшмәй ҡалаһың?
Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.
Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.
Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.
Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы: