Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 4:13 - Изге Яҙма

13 Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда,

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 4:13
15 Referencias Cruzadas  

Ҡояш байып барғанда Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, уны ҡурҡыу һәм ҡараңғылыҡ солғап алды.


Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы.


Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын.


Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып, йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:


Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым, Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios