10 Бураҙна һалһын тип уны арҡанлай алырһыңмы? Артыңдан үҙәндәрҙә сиҙәм асып барырмы?
Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле.
Раббы, ғәйептәрҙе күҙәтеп барһаң, Кем ҡотолоп ҡалыр, бөйөк Хаким?
Кем уның тиреһен тунай ала? Ике ҡат көбөн кем тишә ала?
Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар, Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй.
Кем ҡырағай ишәктәрҙе иреккә ебәрҙе, Кем уларҙың тышауҙарын өҙҙө?
Бер сапҡын килеп Әйүпкә: – Үгеҙҙәр ер һөрә, яҡында ишәктәр утлап йөрөй ине.
Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда.
Ҡырағай үгеҙ һиңә хеҙмәт итергә теләрме? Һинең утлыҡсаң янында төнәрме?
Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы? Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы?