2 «Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?
„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
Әйүп буш хәбәр һөйләп ауыҙын аса, Юҡ-бар һүҙ менән донъя тултыра».
„Әйүп белмәгәнен һөйләй, Һүҙҙәрендә мәғәнә юҡ“.
Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.
Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең? Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең?
Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»
Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы? Бер ерем менән дә һеҙҙән кәм түгелмен. Һеҙ белгәнде, йә, кем белмәй?