1 Әле иһә йәшерәктәр мине мыҫҡыл итеп көлә. Ә бит ваҡытында аталарын һис бер эшкә лайыҡ күрмәҫ инем, Көтөүемдең эттәре янына хатта ҡуймаҫ инем.
Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.
Йерихо ҡалаһынан сығып Бейт-Илгә юлланған Ильясиғинға бер төркөм бала-саға тап булды. Улар пәйғәмбәрҙе: – Таҙ баш, кит бар бынан, таҙ баш! – тип үсекләй башланы.
Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән.
Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.
Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп: – Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине.
Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы.
былай тине: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһен дә тапманым.
Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.
Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.
Уларҙан миңә ни файҙа: Көс-ҡеүәттәре бөткән.