5 Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.
Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм.
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны.
Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә; Үлем күләгәһе хөкөм һөргән Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара.
Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе. Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».
Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.
Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә? Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы?
Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.
Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла,
Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».
Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!
Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.
Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын.
Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.
Шуға күрә ер йәшкә күмелер, Юғарыла күктәр ҡарайыр. Сөнки Мин әйттем һәм ҡарар иттем, Фекеремдән кире ҡайтмам, Ҡарарымды үҙгәртмәм.
Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр, Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар.
Моав – йыуыныр ялғашым; Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».
Ҡыҙарынды битем күп илауҙан, Үлем шәүләһе ҡунды күҙ ҡабағыма.
Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны.
Ҡараңғылыҡҡа убылһын ул көн, Алла күктә уны иҫенә алмаһын, Ул көн өсөн таң тыумаһын.
Ул төндө дөм ҡараңғылыҡ йотһон, Йыл көндәре араһында һаналмаһын, Айҙарҙың хисабына инмәһен.
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.