8 Ул болоттарына һыу туплай, Һыуҙың ауырлығына болоттар йыртылмай.
Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.
Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай, Ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.
Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.
Бөйөк яҡтыртҡыстарҙы яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Кем үҙенең аҡылы менән болоттарҙы һанай ала? Тупраҡ ташҡа әйләнгәндә, бергә уҡмашып ҡатҡанда, Кем күктең турһығын бушата ала?
Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм, Ҡараңғылыҡ менән биләнем.
Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә; Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе.
күк йөҙөнә болоттар урынлаштырғанда, ер аҫтындағы инеш юлдарын нығытҡанда,