12 Ҡеүәте менән диңгеҙҙе буйһондорҙо, Аҡылы менән Раһавты дөмбәҫләне.
Мин Аллағыҙ Раббымын. Минмен – диңгеҙҙе олотоп, тулҡындарын сайҡалдырған. Минең исемем – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!
Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:
Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?
Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.
Алла асыуын теҙгендә тотмаҫ, Раһавтың ярҙамсылары Уның аяғы аҫтында аунар.
Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.
Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.
«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?
Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып Күктең таяуҙары дер ҡалтырай.