7 Кейер кейем, ябыныр нәмә юҡ, Һыуыҡта яланғас килеш йоҡлайҙар.
Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың: Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың,
Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.
Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.
Ҡар яуһа ла хәүефләнмәҫ ҡатын, сөнки бөтә ғаиләһенең икешәр ҡат кейеме бар.
Кейем әҫәрҙәре юҡ, яланғастар, Көлтә ташыйҙар, ә ҡарындары ас.
Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым.
Яттарҙың баҫыуынан башаҡ йыялар, Залимдарҙың баҡсаһынан ҡалдыҡ йөҙөм сүпләйҙәр.
Тауҙарҙа һалҡын ямғырҙа һыуланышып, Ышыҡ тапмай ҡаяларға һыйыналар.