9 Ғәмәлдәре төньяҡ тарафтамы – күҙем күрмәй; Көньяҡҡа бороламы – абайламай ҡалам.
Яҡуп нәҫеленән йөҙөн йәшергән Раббыға ышанам мин, өмөтөм Унда.
Бына Ул янымдан үтеп китер – күрмәм, Елеп уҙыр, бер нәмә лә тоймам.
Әммә көнсығышҡа барһам – Ул унда юҡ, Көнбайышҡа барһам да таба алмайым.
Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
Ә инде Уға ҡаршы зарланаһың, Дәғүәң Уның хозурында, Уны хөкөмгә көтәм тиһең икән, – бигерәк тә.
Әммә йөрәгеңдә башҡа уйҙы йәшереп тотҡанһың, Беләм, ниәтеңдә былар булған:
Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.
Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!