4 Дәғүәмде алдына һалыр инем, Ауыҙ тултырып дәлилдәремде әйтер инем.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Дәғүәңде иҫемә төшөр, хөкөмләшәйек; Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат ит, һөйлә!
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.
Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә!
Уға нимә тип әйтәйек, өйрәт беҙгә? Ҡараңғылығыбыҙ арҡаһында рәтләп һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ.
Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!
Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!
Белһәм икән Уны ҡайҙан табырға, Төйәгенә бара белһәм икән!
Нисек яуап ҡайтарғанын белер инем, Бөтә әйткәндәрен аңлар инем.
«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.