5 Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын.
Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды.
Беләм нимә уйлағанығыҙҙы, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы.
Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә,
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Әммә һин залимдарға тәғәйен хөкөмдө эҙләйһең; Хаҡ хөкөм яғаңдан бөрөп тотор.
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.