16 Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.
Тейешлеһен ваҡытынан алда алып бөтөр, Ботаҡтары инде йәшелләнмәҫ.
Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.
Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә Йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, Асылдылыр күктең ҡабағы –
Артыҡ яуыз, дыуамал булма: ниңә ваҡытынан алда үлергә?
Һыуҙың ташты ашағаны, Ташҡындың тупраҡты йыуғаны һымаҡ, Һин дә кешенең өмөтөн юҡҡа сығараһың.
Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?
Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә.
Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар?
Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.
Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән, Көн яҡтыһында атылған уҡтан,
Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.
Бына, бөйөк Хакимдың көслө бер баһадиры бар. Ул боҙло ҡойон, һәләкәтле ғәрәсәт кеүек, Бар нәмәне йыуып алып киткән ташҡын һымаҡ килер. Үҙ ҡулдары менән ул Әфраимды ергә ҡолатыр.
Улар йәшләй генә үлеп ҡала, Ғүмерҙәре фәхеш ирҙәрҙеке һымаҡ ҡыҫҡа була.