5 Ҡарағыҙ миңә – һушығыҙ китер, Ҡулығыҙ менән ауыҙығыҙҙы ҡапларһығыҙ.
Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме?
Түрәләр һөйләүҙән туҡтап, Ҡулдары менән ауыҙын ҡаплай,
Тегеләр ҡаһинға: – Шым, ауыҙыңды яп та беҙҙең менән бар. Беҙҙә атай һымаҡ кәңәшсе һәм ҡаһин булырһың. Һиңә бер кешенең йортонда ҡаһин булғансы, Исраилдың тотош бер ырыуында йәки Исраилдың бер нәҫелендә ҡаһин булыу яҡшыраҡ түгелме ни? – тинеләр.
Алйотланып танау сөйһәң, ниәтеңдә золом булһа, усың менән ауыҙыңды яп,
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Ҡәүемдәр быны күрер ҙә Ҡеүәттәре юҡлыҡҡа оялыр; Устары менән ауыҙҙарын ҡапларҙар, Ҡолаҡтарын томаларҙар.
Шуға был заман шул тиклем яман, Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор.
Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».
Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр, Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр,
Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр.
Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ, Был, исмаһам, аҡыл булыр ине.
Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».