4 Мин кешеләрҙән зарланаммы ни? Шулай булғас нисек сабыр итәйем һуң?
Ул шәкерттәренә: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
Дауыттың мәҙхиәһе. Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Изге исемен данла, бөтә булмышым!
Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был.
Муса быларҙы Исраил халҡына еткерҙе, ләкин тегеләр тыңларға ла теләмәне, сөнки, ауыр эштән йонсоп, төшөнкөлөккә бирелгәндәр ине.
Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?