Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 21:16 - Изге Яҙма

16 Әммә муллыҡтары уларҙың үҙ ҡулдарында түгел. Ҡуй, яуыздарҙың өгөтө минән алыҫ торһон!

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 21:16
13 Referencias Cruzadas  

Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!


Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!


Улым, боҙоҡ әҙәмдәр аҙҙырырға маташһа, улар артынан эйәрә күрмә,


Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.


Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –


Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти.


Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ.


Ундай ҡатындан йыраҡ тор, уның тупһаһына яҡын барма.


Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»


Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios