5 Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
һеҙ хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу – яманлыҡ ул.
Һәр кем үҙ эшен айыҡ баһалаһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр.
Күктәр Батшалығына Миңә: «Хакимым! Раббым!» – тип әйткән һәр кем түгел, ә күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.
Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?
Бына шул тормошоноң бар ҡыуанысы! Урынына тупраҡтан башҡалар үҫеп сығыр.
Күргәнем бар: тиле тамыр ебәреп өлгөрә, Йортона ҡапыл ғына ҡарғыш төшә.
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
Сөнки Раббы – бөйөк Алла, Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша.
Йоав: – Һинең менән ваҡыт әрәм итеп торғансы, – тине лә, ҡулына ҡыҫҡа һаплы өс һөңгө алып, имәндә һаман тере көйөнсә аҫылынып торған Авшаломдың йөрәгенә ҡаҙаны.
Шунан Йоавтың ун ҡорал йөрөтөүсеһе Авшаломды уратып алып үлтереп ҡуйҙы.
Әйтерһегеҙ: „Ҡайҙа һуң затлының йорто? Яуыздар йәшәгән сатыр ҡайҙа?“
Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел.
Ерҙең тәрәнлектәре Уның ҡулында, Тау түбәләре Уның ихтыярында.