8 Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы.
Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».
Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.
Ҡысҡырышып, һыҡтап, һинең өсөн Улар әсенешеп илар. Баштарына тупраҡ һибеп, Көлдә аунай-аунай ҡайғырыр.
– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.
Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.
Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.
Кеше йөрөй бары күләгәләй, Бушҡа ғына ығы-зығы килә, Байлыҡ йыя, кемгә ҡаласағын белмәй.
«Белдер миңә ахырымды, Раббы, Һанаулы көндәрем күпме ҡалды? Беләйем фанилыҡтағы ғүмеремде!
Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы.
Ҡатыны уға: – Һаман да намыҫ һаҡлайһыңмы? Алланы ҡарға ла үл! – тине.
Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте.
Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.