2 «Ҡасанға тиклем йәнемде иҙерһегеҙ? Һүҙҙәрегеҙ менән бәғеремде телерһегеҙ?
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.
Үлем менән йәшәү – телдең хөкөмөндә, телгә оҫталар уның емеше менән туйына.
Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай.
Һин доғаларҙы ишетәһең, Бөтә кеше хозурыңа килер.
Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Беҙгә яуап ҡайтар!
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:
«Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ? Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ.
«Тағы күпме шулай һөйләнерһең? Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ!
Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө.
Әйүп былай тип яуапланы:
Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ, Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ.
Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?