10 Ул мине һәр яҡлап бөктө – бөттөм, Өмөтөмдө, ағас һымаҡ, тамырынан йолҡоп алды.
Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр.
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа, Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур.
Ҡайҙа һуң минең өмөтөм? Минең өмөтөмдө кем күрер?
Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде.
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.
Һыуҙың ташты ашағаны, Ташҡындың тупраҡты йыуғаны һымаҡ, Һин дә кешенең өмөтөн юҡҡа сығараһың.