6 Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.
Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.
Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме?
Ҡараңғыла ҡапшанып йөрөрҙәр, яҡтылыҡ күрмәҫтәр, Иҫерек шикелле сайҡалырҙар.
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата, Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем.
Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.
барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.
Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.
Инде бай булмаҫ, мөлкәте юҡҡа сығыр, Биләмәләре ерҙә йәйелмәҫ.
Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.