11 Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
Ҡырға сыҡмағыҙ, юлда йөрөмәгеҙ! Сөнки һәр тарафта – дошман ҡылысы, Тирә-яҡта – дәһшәт», – ти Йәрүсәлим халҡы.
Уларҙың сатырҙарын һәм көтөүҙәрен, Сатыр шаршауҙарын, барлыҡ ҡаралдыһын, Дөйәләрен тартып аласаҡтар. „Тирә-яҡта – дәһшәт!“ – тип ҡысҡырасаҡтар.
«Тик ни күрәм: ҡаушанылар, Артҡа боролдолар! Иң көслөләре тар-мар ителде, Боролоп ҡарамай ҡаса улар. Тирә-яҡта – дәһшәт! – тип белдерә Раббы.
Уҡ тәнен үтәнән-үтә тишеп сығыр, Уҡ башағы үт ҡыуығын аша сығыр. Бына шунда уны дәһшәт солғап алыр.
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.
Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села
Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Йәшерен тоҙаҡ һағалар уны, Һуҡмағында ҡапҡан көтөп торор.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»
Шул саҡ Белшассар бик ҡаты ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, вәзир-бәктәренең дә күңелен шом баҫты.
Пелешти тупламын күргәс, Шаул ҡурҡыуға ҡалды, йөрәге ҡалтырап төштө.
Шуға күрә әйләнәңдә – тоҙаҡ, Көтөлмәгән дәһшәт солғап алған.
Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр, Төндә дауыл өйөрөлтөп китер.