10 Йәшерен тоҙаҡ һағалар уны, Һуҡмағында ҡапҡан көтөп торор.
Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.
Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр.
Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».
Элмәк эләктерер бәкәленән, Тәпегә ул барып ҡыҫыласаҡ.
Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.