9 Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.
Хатта ғәйебе булһа ла йолоп алыр, Һинең ҡулыңдың паклығы арҡаһында гонаһлы ҡотҡарылыр».
Аҡыллы әҙәм яманлыҡтан ҡурҡып тайшана, ә ахмаҡ, дыуамалланып, үҙенә ышана.
Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?
Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!
Һин ҡөҙрәтең менән диңгеҙҙе уртаға бүлдең, Һыуҙарҙағы ғифриттәрҙең башын иҙҙең.
Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.
Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.
Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.
Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне.
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Раббы, юлдарыңды күрһәт миңә, Һуҡмағыңдан нисек йөрөргә төшөндөр.
Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.
Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа, Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа, Ҡулдарым бысранған булһа,
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
„Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.
Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Ялған һөйләйҙәр бер-береһенә; Телдәре шыма, күңелдәрендә – хәйлә.
Йә Раббы, тоғро мөхәббәтеңде күрһәт, Ҡотҡара күр беҙҙе!
Ҡупҡан ҡойон яманды һепереп түгер, тәҡүә кешенең нигеҙе мәңге торор.
Тәҡүә мәңге тотороҡло булыр, яуыз иһә ерҙә ҡалмаҫ.