4 Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың.
Бынан һуң Ғайса: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам!
– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –
Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты, күҙҙәре булһа ла, күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте».
Раббы уларҙың зиһенен томаланы. Улар Мысырҙы юлынан яҙҙырҙы – Мысыр, иҫерек һымаҡ сайҡалып, Үҙ ҡоҫҡолоғонда тапана.
– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.
Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!
Иң ышаныслы кәңәшселәрҙе телдән яҙҙырыр, Аҡһаҡалдарҙың зиһенен алыр.
Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер.