11 Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде.
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Үҙ-үҙемә әйттем: «Ғүмеремдең уртаһында Үлеләр донъяһының ҡапҡаһынан үтеп, Ҡалған йылдарымдан мәхрүм булырмынмы икән ни?»
Кеше үҙ юлын үҙе һайлай, әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә.
Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?
Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!
Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.
Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ.
Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә.
Кеше күңелендә ниәт ҡора, әммә бөтә нәмәгә яуап – Раббынан.