Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 16:11 - Изге Яҙма

11 Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 16:11
17 Referencias Cruzadas  

Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.


Ахырҙа Пилатос Ғайсаны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Уны алып киттеләр.


Уның үлем ҡоралы әҙер, Тоҫҡалған ялҡынлы уҡтар.


Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.


Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –


Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?


Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?


Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә.


Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта, Ул мине селпәрәмә емерҙе, Үңәсемдән аймап, яраланы, Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы.


Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.


Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?


«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:


Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios