5 Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
Уларҙың теле – үлемесле уҡ, Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға; Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй, Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора.
Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ.
Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.
Һин доғаларҙы ишетәһең, Бөтә кеше хозурыңа килер.
Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә, Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя.
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа.
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың, Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең.
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.