4 Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың, Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең.
Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.
Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:
Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
Яндырыр өсөн мәйетте алырға килгән туғаны, уны өйҙән сығарғанда, эстә ҡалыусынан: «Унда һинең менән кем бар?» – тип һорар. Тегеһе: «Бер кем дә юҡ», – тип яуап бирер. Шул саҡ ул: «Шым! Раббы исемен телгә алма», – тиер.
Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай. Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы? Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы?
Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.
Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем.
Мәғәнәһеҙ һүҙ, файҙаһыҙ хәбәр менән Ҡаршы һөйләп маташырмы?
Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.