8 Ерҙә тамырҙары ҡартайһа ла, Төпһәһе саңға батып кипһә лә,
Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.
Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.
Хатта ағас өсөн дә өмөт бар: Киҫелһә лә, ғүмере өҙөлмәй – Төпһәһенән үҫентеһе сыға.
Дымды тойоу менән үрсем бирә, Яңы ғына ултыртылған һымаҡ бөрөләнә.