4 Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр? Бер кем дә!
Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.
Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?
Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.
Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села
Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.
– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –
Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән, Көн яҡтыһында атылған уҡтан,
Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы – тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шеҫ тип исем бирҙе.
«Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ, гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр?
Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села