2 Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,
Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер.
Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.
Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.
Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар.
Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа, Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур.
Залим яҡшылыҡ күрмәҫ, Алланан ҡурҡмағанға күрә, ғүмере күләгәнекеләй ҡыҫҡа булыр.
Ғүмерҙәре иртәнән кискә тиклем дә бармай, Абайламай ҙа ҡалаһың – юҡҡа сыға.
Емешен өлгөрмәҫ борон ҡойған йөҙөм, Сәскәһен ҡойған зәйтүн ағасы һымаҡ булыр.
Йә Раббы, асыуланып язалама мине, Ярһыуыңда мине ғазаплама!
Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!
Ҡорбан-саҙаҡаларға һушың китмәне, Тотош яндырыу, гонаһ ҡорбандарын талап итмәнең. Әммә минең ҡолағымды астың.
Ғүмерең буйы бәрәкәтенә туйҙыра, Бөркөттөкөләй йәшлегеңде яңыртып тора!
Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты.