9 Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы?
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.
Яуыздар һымаҡ һөйләгән өсөн, Әйүп тулыһынса һыналырға тейеш.
Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.
Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.
Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?