6 Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?
Ҡоштар менән тулы ситлек кеүек Уларҙың өйҙәре хәйлә менән тулы. Шул арҡала үрләнеләр, байынылар,
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн әйтелгән.
Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.
Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!
Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай, Аяғы тайһа, төртөп ебәрер.
Кил, ҡырағай йәнлектәрҙән һора – өйрәтерҙәр, Күктәге ҡоштарҙан – аңлатырҙар.
Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.
Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?
Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға?
Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан.
Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.
Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».