5 Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай, Аяғы тайһа, төртөп ебәрер.
Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән.
Иманлының шәме яҡты яна, яуыздыҡы быҫҡып һүнә.
Сорнап алды мине үлем ғазаптары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,
Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.
Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.
Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем;
Үлән етерлек булғанда, баҡырырмы ишәк? Үгеҙ мөңрәрме утлыҡсаһында аҙыҡ булһа?
Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.
Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.