13 Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.
Алла – ҡөҙрәтле! Ул һис кемде ситкә типмәй; Уның көсө һәм аҡылы бөйөк.
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.
Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.
Кәңәш миндә, айыҡ аҡыл миндә, мин зиһенмен, көс минең менән.
Мәсихтә аҡыл менән белемдең бөтә хазинаһы йәшеренгән.
Былай тине: – Алланың исеменә мәңге-мәңгегә маҡтау-шөкөрана яуһын! Сөнки Ул – хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе.
Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Алла беҙгә был мәрхәмәтен бар зирәклек һәм аҡыл менән бергә мул итеп бирҙе.
әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алланың зирәк аҡылы.
Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?
Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.
Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.
Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.
Кем ибис ҡошона – зиһен, Ә әтәскә аңлау ҡеүәһе биргән?
Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.
Ҡеүәте менән диңгеҙҙе буйһондорҙо, Аҡылы менән Раһавты дөмбәҫләне.
Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.