7 Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме?
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай.
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,
Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.
Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның ни уйлағанына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.
Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтә нәмәгә, хатта Алла аҡылының бөтә тәрәнлектәренә лә үтеп инә.
Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Күктәрҙән дә юғарыраҡ түгелме ни Алла? Күҙҙәреңде күтәреп баҡ, Йондоҙҙар ҡайһылай бейек!
Әммә һиңә шуны әйтәм: Был йәһәттән һин хаҡлы түгелһең, Сөнки Алла кешенән бөйөк.
Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип, Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә?
Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел, Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ.
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Бөтә булған нәмә – алыҫта, тәрәне – тәрәндә: кем уның төбөнә төшә алыр?
Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.
Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек.
„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Села
Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.