18 Тыныс булырһың, сөнки һинең өмөтөң бар, Яҡ-яғыңды байҡап, рәхәтләнеп ятырһың.
Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.
Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села
Эй Аллам, Һин минең батшам, Бойороҡ бир, Яҡуп заты еңеү ҡаҙанһын!
Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла шөһрәтен уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ!
Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор.
Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр.
Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.