16 Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең.
Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».
Сәғәте еткәс, ауырлы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота.
Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.
Ҡурҡма, оятҡа ҡалмаҫһың! Тартынма, бүтән хурлыҡ күрмәҫһең. Йәшлегеңдә мәсхәрәләнгәнде оноторһоң, Тол саҡта кисергәндәреңде иҫкә алмаҫһың!
эсер ҙә ярлылығын онотор, күңел ғазаптарын иҫкә алмаҫ.
Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.
Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай.
Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.
Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса, бынан һуң бар тереклек туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ.