14 Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә,
Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!
Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.
Күрмәгәнемде һин миңә күрһәт, Яманлыҡ эшләгән булһам, бүтән ҡабатламам“.
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
Хәтереңә төшөр: ғәйепһеҙҙең Ҡасан һәләк булғаны бар? Намыҫлыларҙың юҡҡа сыҡҡанын ҡайҙа күрҙең?
Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.
Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.
Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине.
Әгәр пак, намыҫлы булһаң, Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар, Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр.