Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 11:13 - Изге Яҙма

13 Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 11:13
18 Referencias Cruzadas  

Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.


Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Кем бар һуң Һинән ҡөҙрәтле? Тоғролоҡ Һине уратып алған.


Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер тормаған һәм ул ҡушҡанса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.


Аллам исеменә маҡтау йырлармын, Уны шөкөрана ҡылып ҙурлармын.


Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем.


Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.


Рехавғам, ысын йөрәктән Раббыға ынтылмаған өсөн, яуыз эштәр ҡыла.


Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле! Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма.


Ниңә күңелең шулай шашына? Ниңә күҙҙәрең ут сәсеп тора?


Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!


Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.


Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.


– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.


Күктәге Аллаға ҡулдарыбыҙҙы һуҙғанда, Йөрәгебеҙҙе лә һонайыҡ:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios